Ышаныслым. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ышаныслым


Һайлауҙарҙа “доверенный”мын, тип
Көлгәнең бар – хаҡтыр тик өлөшө,
Аллаһ һине ышаныслым иткән
Ғүмер юлын бергә үтер өсөн.
Һөйөклөм, тип әйттең, мин ышандым
Көҙгөләге һынды һанға һуҡмай,
Мин, моғайын, ҡайтыш булыр инем
Урталыҡта ҡала алмай, юҡһа.
Һай ул, тинең, кисер диңгеҙемде
Ышандым да аша атлап сыҡтым,
Дошманымдың көсһөҙ булғанына
Инандырҙың, уны ергә йыҡтым.
Мин донъянан бер саҡ киткәйнем бит,
Ә һин ҡайтыр юлға ишек уйҙың:
- Яраң кескәй генә, - тигәнеңә
Ышандым да терелдем дә ҡуйҙым.
Йылы тиһәң, яндым һыуыҡтарҙа,
Яланаяҡ уҙа алдым боҙҙан,
Баҙрап ятҡан күмер өҫтәренән,
Һыуыҡ, тиһәң йүгереп кенә уҙам.
Һин ҡалҡанһың уҡтар атылғанда,
Хәлдән яҙғанымда – көслө ҡанат,
Мин таяндым һиңә, яҙмыш еле
Киҫә һуҡҡанында ҡабат-ҡабат.
Һуңғы сырағыма ҡалғанда ла
Осҡон һалып ҡабыҙыуың ысын.
… Мөмкин үҙ-үҙемә ышанмауым,
Тик ышанам һиңә, хәләл дуҫым.


2012